Бөтә яңылыҡтар

Һарымһаҡтың файҙаһы

-Йүткергәндә, өс тырнаҡ һарымһаҡты иҙеп, 2-3 аш ҡалағы бал өҫтәп ҡайнатаһың. Унан һыуытып эсәһең. Йүтәлдең эҙе лә ҡалмаҫ. Һарымһаҡтың файҙаһы турыһанда тулыраҡ сайтта бирелгән.

  • Йүткергәндә, өс тырнаҡ һарымһаҡты иҙеп, 2-3 аш ҡалағы бал өҫтәп ҡайнатаһың. Унан һыуытып эсәһең. Йүтәлдең эҙе лә ҡалмаҫ.
  • Көн һайын ас ҡарынға бер тырнаҡ ҡына булһа ла һарымһаҡ ашағыҙ күҙ тейеү, боҙом кеүек нимәләрҙе бар итеп тә белмәҫһегеҙ.
  • Тын етмәй йонсоһағыҙ, һарымһаҡты тоҙ менән бергә иҙергә, шуны бергә-бер ҡатнашлығында нарап менән болғатып эсергә, унан йылы урында салҡан ятып торорға кәңәш итәләр.
  • Һарымһаҡ порошогын патока һәм һары аҡ майға ҡушып, яҡшылап болғатырға. Ҡулдағы ҡорсаңғыға, гел ҡысытып торған урындарға шуны һөртөргә. Файҙаһы иҫкиткес.

Һәр дауаны ҡулланыр алдынан табиб менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: