Һинд һуғанының файҙаһы

Һинд һуғанын Рәсәйҙә беренсе булып себер дауалаусылары ҡуллана башлаған. Уны бүлмә гөлдәре кеүек тәҙрә төптәрендә үҫтерәләр. Был үҫемлек бик әрһеҙ генә, ҡайһы бер бүлмә гөлдәре кеүек артыҡ ҡояш нуры ла, йылылыҡ та талап итмәй. Дауаланғанда ҡыяҡтарын һәм һуғанбашын ҡулланалар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һинд һуғанының файҙаһыҺинд һуғанының файҙаһы
Һинд һуғанының файҙаһы

Һинд һуғанын Рәсәйҙә беренсе булып себер дауалаусылары ҡуллана башлаған. Уны бүлмә гөлдәре кеүек тәҙрә төптәрендә үҫтерәләр. Был үҫемлек бик әрһеҙ генә, ҡайһы бер бүлмә гөлдәре кеүек артыҡ ҡояш нуры ла, йылылыҡ та талап итмәй. Дауаланғанда ҡыяҡтарын һәм һуғанбашын ҡулланалар.

Рәсми медицинала һинд һуғанын дауалаусы үҫемлек булараҡ танырға ашыҡмайҙар. Ни өсөндөр, был өлкәлә тикшеренеүҙәр юҡ тип әйтерлек кимәлдә. Был үҫемлектең рәсми рәүештә бер сифаты ғына раҫланған: һинд һуғаны – ағыулы үҫемлек.
Шуға ҡарамаҫтан халыҡ медицинаһында уны йыш ҡулланалар. Бәрелгән, һуғылған ерҙәргә һинд һуғнын бәйләргә кәңәш итәләр. Шул уҡ ваҡытта был үҫемлек быуындар һәм умыртҡа һөйәге ауырыуҙарынан яҡшы сара булып һанала.
Һуғандың һуты менән ауыртҡан урынды еңелсә генә һыпырып алыу ҙа етә - әкренләп ауыртыу кәмей. Был үҫемлектәге актив матдәләрҙең ауыртҡан урынға ҡанды күберәк ҡыуыуы менән аңлатыла, шуның арҡаһында ауыртыуҙың кәмеүе күҙәтелә лә инде.
Һинд һуғанындағы матдәләр күҙәнәктәр алмашыныуын тиҙәйтә, яраларҙы шәбәйтә.

Ҡулланғанда әҙерәк һулый башлаған япраҡтарын алыу отошлораҡ булыр. Уларҙа файҙалы матдәләр күберәк.

Дауаланыу өсөн ауыртҡан йәки һыҙлаған урынға һуғандың ҡыяғын алып һутын һөртөргә генә ҡала.

Әммә һаҡ булығыҙ! Үҫемлектең һуты ағыулы! Уны эсергә ярамай!

Һуған һутының файҙаһы радикулит, артрит, остеохондроздан һыҙланғанда ҡулланылған ҡыйбатлы маздәр,гелдәр, кремдарҙың шифаһына тиң.

Һеҙгә ярҙам итәсәкме юҡмы икәнен белер өсөн һуғандың һутын һөртөп ҡарағыҙ. Әгәр шул һут һөртөлгән урын әсетә, еңелсә генә сәнсә башлаһа, тимәк был үҫемлек һеҙгә ярҙам итәсәк. Борсолмағыҙ, был сәнсеү һәм әсетеү тойғоһо  ғәҙәттә биш минут эсендә бөтәсәк, ауыртҡан урындың һыҙлауы ла кәмейәсәк.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!

 

Автор:Залия Байгускарова