АЯҠ-ҠУЛЫҒЫҘ ҺЫҘЛАҺА

Ҡәнәфер аяҡ-ҡул, арҡа, бил һыҙлағанда ярҙам итә.Бының өсөн магазиндан 5 ҡап (20-шәр грамлыҡ) ҡәнәфер (гвоздика) һатып алып

Добавить в предпочтительные источники Google

, уларҙы банкаға һалып, өҫтөнә ике флакон тройной одекалон ҡойорға кәрәк. Банканы бер аҙна ҡараңғы урында тотабыҙ. Тик көн һайын болғатып торорға онотмағыҙ.
Төнәтмә ҡара көрән төҫкә инергә тейеш. Ошо шыйыҡса менән һыҙлаған урындарығыҙҙы ыуып, өҫтөнә полиэтилен ҡаплап, урап ҡуйһағыҙ, һыҙланыу баҫылыр.
(Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ).

Фото: aproduct22.ru

Автор:Айгул Клысбаева