Бөтә яңылыҡтар

Ҡан баҫымы юғары булғанда

Юғары ҡан баҫымы булғанда ошо ризыҡтарҙы күберәк ашарға ҡушалар Составында май күләме түбән булған эремсек. Был ризыҡ ҡан тамырҙарын киңәйтеү һәләтенә эйә, шулай уҡ кальций , магний һәм калий сығанағы булып тора. Көндәлөк норма 100 г. да кәм булырға тейеш түгел. Ҡыҙыл болгар боросонда башҡа емеш-еләккә һәм йәшелсәләргә ҡарағанда С витамины күберәк. Гипертония менән яфаланыусылар был йәшелсәне үҙ рационына күберәк индерергә тейеш. Һөмбаш (лосось) балығы омега-3 майлы кислоталарына бай һәм юғары ҡан баҫымын төшөрә. Был балыҡты аҙнаһына ике-өс тапҡыр 100 г. тирәһе ашарға кәңәш итәләр. Дауамы:

Ҡан баҫымы юғары булғанда
Ҡан баҫымы юғары булғанда

Юғары ҡан баҫымы булғанда ошо ризыҡтарҙы күберәк ашарға ҡушалар

  1. Составында май күләме түбән булған эремсек. Был ризыҡ ҡан тамырҙарын киңәйтеү һәләтенә эйә, шулай уҡ кальций , магний һәм калий сығанағы булып тора. Көндәлөк норма 100 г. да кәм булырға тейеш түгел.
  2. Ҡыҙыл болгар боросонда башҡа емеш-еләккә һәм йәшелсәләргә ҡарағанда С витамины күберәк. Гипертония менән яфаланыусылар был йәшелсәне үҙ рационына күберәк индерергә тейеш.
  3. Һөмбаш (лосось) балығы омега-3 майлы кислоталарына бай һәм юғары ҡан баҫымын төшөрә. Был балыҡты аҙнаһына ике-өс тапҡыр 100 г. тирәһе ашарға кәңәш итәләр.
  4. Геркулес, йәки һоло ярмаһы бутҡаһы гипертониктарҙың рационында көн һайын булырға тейеш. Һоло селенға һәм клетчатҡаға бай.
  5. Ҡабаҡ төшө ашағандар организмдарын инфаркттан һаҡлай һәм цинк менән байыта ала. Көнөнә 20 г. ашау ҙа етә.
  6. Какао ҡан тамырҙарын нығыта. Аҙнаһына 1-2 сынаяҡ эсеү ҙә етә. Артығын эсмәгеҙ, калориялы эсемлек һанала.
  7. Майһыҙландырылған һөт эсеү ҙә ярҙам итә. Көнөнә 3 стаканға тиклем эсергә мөмкин. Калий, кальций һәм витаминдарға бай.
  8. Шоколад йөрәкте нығыта, ҡан баҫымын 5-10мм., төшөрә ала. Составында антиоксиданттар бар. Тик күп ашарға кәңәш ителмәй.
  9. Миндаль ҡандағы холестеринды кәметә ала. Унда калий, магний һәм Е витамины күп, ә улар бергә ҡан баҫымын яҡшы төшөрә.
  10. Йәшел сәй эскәндәр тиҙ ҡартаймай. Уның составындағы антиоксиданттар холестеринды кәметеү һәләтенә эйә. Япония халҡы араһында юғары ҡан баҫымы һирәк күренеш, сөнки иң күбе унда был файҙалы эсемлекте ҡулланалар.
Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: