Ейәнсура районында 81 ВИЧ йөрөтөүсе иҫәптә тора, шуларҙың 70-е - даими күҙәтеү аҫтында

Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһынан алған мәғлүмәт буйынса, 2021 йылда был мәкерле вирусты асыҡлау буйынса 5286 тест эшләнгән. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Ейәнсура районында 81 ВИЧ йөрөтөүсе иҫәптә тора, шуларҙың 70-е - даими күҙәтеү аҫтындаЕйәнсура районында 81 ВИЧ йөрөтөүсе иҫәптә тора, шуларҙың 70-е - даими күҙәтеү аҫтында
Ейәнсура районында 81 ВИЧ йөрөтөүсе иҫәптә тора, шуларҙың 70-е - даими күҙәтеү аҫтында

Бөгөн - Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө

Донъяны коронавирус пандемияһы ялмап алыуға ҡарамаҫтан, ВИЧ-инфекцияһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең глобаль проблемаларының береһе булып ҡала. 1988 йылдан алып 1 декабренән алып билдәләнгән СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө йоғошло сирҙең эҙемтәләрен кәметеүгә йәмғиәт иғтибарын тағы ла көсәйтеү, халыҡҡа уның тураһында мәғлүмәт биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. ВИЧ-инфекцияһы, уның күсеү юлдары хаҡында ни тиклем күберәк белһәң, уны йоҡтороу хәүефе лә шул тиклем кәмей.

Сир, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл нығыраҡ тарала һәм күп илдәрҙең социаль-иҡтисади үҫешенә хәүеф янай. Тап шуның өсөн ул медицинаның ғына түгел, ә тотош социаль өлкәнең проблемаһына әйләнде. Ҡурҡыныс инфекцияның таралыуы күп осраҡта кешеләрҙең был сир уларҙы урап үтер, тип хаталаныуы сәбәпле килеп сыға. Хәҙер ваҡытта ул хәүеф төркөмдәре сиктәренән сығып, бөтә халыҡ араһында тарала башланы.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының 2020 йылғы статистикаһына ярашлы, планетала бөгөн вирус йөрөткән 37,7 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Үткән йылда вирус 1,5 миллион кешелә асыҡланған. 680 мең кешенең ғүмере өҙөлгән. Башҡортостанда 1987 йылдан алып 2020 йылдың 31 декабренә тиклем барлығы 35922 кешенең вирус йөрөтөүе асыҡланған. Шуларҙың 11580-енең ғүмере өҙөлгән, 4655-е икенсе төбәккә күсеп киткән.

2020 йылда республикала ВИЧ-инфекцияға 920625 тикшерелгән һәм 1977 кешенең был мәкерле вирусты йөрөтөүе асыҡланған. Шуларҙың 1154-е (58,37%) – ирҙәр, 823-ө (41,63%) ҡатын-ҡыҙҙар. Күсеү юлдарына килгәндә 78 проценты – енси юл, 19 проценты – ҡан аша, 1 проценты әсәнән балаға йоға. Ә йәнә 2 процентының йоғоу юлы билдәһеҙ.

Ваҡытында дауалана башлағанда һәм бөтә һаҡланыу сараларын күҙәткәндә ВИЧ-инфекцияһы менән йәшәгәндәрҙең ғүмер оҙонлоғо һәм сифаты сәләмәт кешеләрҙекенән айырылмай тиерлек. Дауаланмаған осраҡта – пациент уртаса 9-11 йыл йәшәй.

Унан һаҡланыуҙың төп ысулы булып, тәү сиратта, кешенең үҙ һаулығы һәм ғүмере өсөн яуаплылығы иҫәпләнә. Һәр кем сирҙе йоҡтороу юлдары һәм шәхси һаҡланыу саралары тураһында белергә тейеш. Вирус хаҡында ни тиклем күберәк белһәң, шул тиклем үҙеңдең һәм яҡындарыңдың сәләмәтлеген һаҡлау ышанысы ҙурыраҡ буласаҡ.

Кешелә ВИЧ булыу-булмауын тышҡы билдәләрҙән белеп булмай. Бының өсөн ҡанға махсус анализ кәрәк. Үҙ сәләмәтлегегеҙгә битараф булмағыҙ, медицина күҙәтеүен, диспансерлаштырыуҙы үҙ ваҡытында үтеп тороғоҙ.

Автор:Альмира Аюпова