Бөтә яңылыҡтар

Нисек стрестан ҡотолорға?

Дөрөҫ туҡланаһығыҙ, спорт менән шөғөлләнәһегеҙ, ваҡытында врачҡа күренәһегеҙ, әммә һеҙҙең һаулығыҙға ҡурҡыныс янай. Быға сәбәп  - стресс. Хроник стресс матдәләр алмашын боҙорға, ҡалған биҙе эшмәкәрлегенә тәьҫир итергә, инфаркт һәм инсультҡа килтерергә мөмкин. Ләкин яҡшы яңылыҡ та бар: һәр ваҡыт көсөргәнештә йәшәп тә, ҡайһы бер ғәҙәттәрҙе үҙегеҙҙә булдырһағыҙ, уның насар тәьҫиренән ҡотола алырһығыҙ.  Түбәндәге кәңәштәрҙе ҡулланһағыҙ, стресты оноторһоғоҙ.

 
 
Көнгә бер тапҡыр булһа ла көлөгөҙ 
 
Ютубтан ҡыҙыҡлы видеолар ҡарайһығыҙмы, киноға бараһығыҙмы, китап уҡыйһығыҙмы – иң мөһиме: көлөгөҙ. Тикшеренеүҙәр асыҡлауынса, стресс кисергәндән һуң, комедия ҡарарға ултырған кешеләрең ҡан баҫымы ғәҙәти хәленә  35% ҡа тиҙерәк ҡайта.   
 
Күңелле ваҡиғаларҙы иҫтә ҡалдырығыҙ 
 
Беҙҙең тормошта һәр көндө ниндәй булһа ла күңелле ваҡиға була, тик беҙ уларга иғтибар бирмәйбеҙ, йә булмаһа шулай тейеш тип ҡабул итәбеҙ. АҠШтағы Коннектикут университеты тикшеренеүселәре асыҡлауынса, көндәлектәренә һәр көндөң күңелле ваҡиғаһын билдәләп барыусыларҙың йөрәк өйәнәге осрағы һирәгәйә, ә ҡан баҫымы һәм иммунитет системаһы сәләмәт була.   
 
Бесәйҙәрҙе һыйпағыҙ 

Сәләмәт булғығыҙ килһә, йорт хайуандары алығыҙ һәм уларҙы йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ.  Тикшеренеүҙәр раҫлауынса, йорт хайуандары тотоусылар йөрәк-ҡан системаһы ауырыуҙары менән һирәк ауырый, ә ҡан баҫымы һәр ваҡыт нормала була икән.   
 
Йоҡоғоҙ туйғансы йоҡлағыҙ 
 
Тәүлегенә 8-9 сәғәт йоҡо стресс менән көрәшергә ярҙам итә.  Етмәһә, йоҡо ваҡытында антиоксиданттар эшкәртелә, организм «йәрәхәттәрен» төҙәтә, ДНК тергеҙелә, шулай уҡ ҡартайыуға ҡаршы фермент әүҙемлеге арта.   
 
Ҡояшта 15 минут булһа ла йөрөгөҙ  
 
Ҡояш – D витамины сығанағы, ул шулай уҡ  ҡан баҫымын төшөрөргә ярҙам итә.  Ҡояшта 15 минут булыу көндәлек стресс дәрәжәһен кәметә.   
 
Ҡул эштәре менән шөғөлләнегеҙ  
 
Тегеү, бәйләү – барыһы да стресс һәм депрессияларға ҡаршы – бына тигән көрәш сараһы.  Һуңғы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бер сәғәт бәйләү – йога сеансына тиң. Шуға күрә күңелегеҙгә яҡын хобби һайлағыҙ.   
 
Аралашығыҙ  
 
Социаль бәйләнештәр һәм яҡындар менән аралашыу беҙҙең сәләмәтлегебеҙ өсөн ныҡ файҙалы. Яңғыҙлыҡ – депрессия осраҡтарын арттырыусы фактор. Бергәләп төшкө аш ашау, сәй эсеү, спорт менән шөғөлләнеү, йәйәү йөрөү – былар барыһы ла һаулыҡты нығыта. Һөҙөмтәлә – ғүмер оҙоная.   

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: