Бөтә яңылыҡтар

Баш ауыртҡанда. Халыҡ дауаһы

Башығыҙ ауыртып яфаланһағыҙ, түбәндәге кәңәштәрҙе ҡулланып ҡарағыҙ

Баш ауыртҡанда. Халыҡ дауаһы
Баш ауыртҡанда. Халыҡ дауаһы

❖ Күкбаш (синеголовник). 2 ҡалаҡ ваҡланған үләнгә ярты литр ҡайнар һыу ҡойоғоҙ, ярты сәғәт төнәтегеҙ, һөҙөгөҙ. Көнөнә өс тапҡыр - ашарҙан ярты сәғәт алда, стакандың биштән бер өлөшө күләмендә йылытып эсергә кәрәк.

❖ Баш ауыртыуының сәбәбен белмәһәгеҙ, түбәндәге процедураны эшләгеҙ. Ике ҡулығыҙҙы ла терһәгегеҙгә тиклем ҡайнар һыуға тығығыҙ. Һыуҙың эҫелеге үҙегеҙ түҙә алғанға тиклем булырға тейеш. Ауыртыу ебәргәнсе ҡулдарҙы һыуҙа тотоғоҙ. Кәрәк булһа, тағы ла ҡайнар һыу өҫтәп тороғоҙ. Маңлайға сей картуф киҫәктәре бәйләү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә.

❖ Кәбеҫтә япраҡтарын сикәләргә, елкәгә, маңлайға һалырға. Был дауаны эске йәрәхәт алғанда, имгәнгәндә, тире янғанда ҡулланырға була.

❖ 1 ҡалаҡ һары мәтрүшкә үләненә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут ҡайнатырға, һөҙөргә, көнөнә 3 тапҡыр стакандың дүрттән бер өлөшө күләмендә эсергә.

❖ Баш гел ауыртып торһа, картуф һуты һығып эсергә була. Уны көнөнә 1 тапҡыр, стакандың дүрттән бер өлөшө күләмендә эсергә.

❖ 1 балғалаҡ ваҡланған андыҙ тамырына 1 стакан һалҡын һыу ҡойоп, 10 сәғәт төнәтергә, һөҙөргә, көнөнә 4 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда стакандың дүрттән бөр өлөшө күләмендә ҡабул итергә.

❖ Яңы һығылған ҡара ҡарағат һуты ла ярҙам итә. Уны көнөнә 3 тапҡыр стакандың дүрттән бер өлөшө күләмендә эсергә.

❖ 1 ҡалаҡ клевер үләнен бер стакан ҡайнар һыуҙа төнәтергә, яртышар стаканлап көнөнә 3 тапҡыр эсергә.

❖ Ер еләге, мүк еләге йәки балан ашау файҙалы.

❖ Лимон ҡабығын аҡ өлөшөнән таҙартып, эске яғы менән сикәләргә һалырға.

Марат ИШМӨХӘМӘТОВ.

“Киске Өфө”нән.

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Читайте нас: