Бөтә яңылыҡтар

Көнөнә өс тапҡыр ашарға кәрәкме?

Ашауҙан тыйылып тороуҙың файҙаһы тураһында

Көнөнә өс тапҡыр ашарға кәрәкме?
Көнөнә өс тапҡыр ашарға кәрәкме?

Көнөнә 3 тапҡыр ашауҙан баш тартыу, шулай уҡ яртышар тәүлек ашамай тороу артыҡ ауырлыҡты ғына түгел, ә диабет, яман шеш, Альцгеймер, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын еңергә булышлыҡ итә.

Ғалимдар фекеренсә, эволюция күҙлегенән ҡарағанда, көнөнә өс тапҡыр туҡланыу бөтөнләй хата күренеш. Боронғо кешеләр даими туҡланыу тигән нәмәне белмәгән, әммә ашамайынса ла уйлау һәм эшләй алыу һәләтен юғалтмаған. Шуға ла ваҡыты-ваҡыты менән организмға ял биреп алыу файҙалы, ти улар.

Ашауҙан тыйылып тороу стресты еңергә ярҙам итә, был ваҡытта ялҡынһыныу процестары туҡтала, яман шеш туҡланыу сығанағын юғалта, зарарланған күҙәнәктәрҙән ҡотолоу эшмәкәрлеге әүҙемләшә.

Читайте нас: