Бөтә яңылыҡтар

Был үҫемлек ауырыуҙы иҫкәртә генә

Дарыуханалар уның нигеҙендә әҙерләнгән дарыуҙарҙы ауырыуҙарға йыш тәҡдим итәләр

Был үҫемлек ауырыуҙы иҫкәртә генә
Был үҫемлек ауырыуҙы иҫкәртә генә

Һалҡын тейгәндә халыҡ дауаһына өҫтөнлөк биреүселәр әйтеүенсә, эхинацея үҫемлеге экстракты һауығырға ярҙам итә. Дарыуханалар ҙа был үҫемлек нигеҙендә әҙерләнгән дарыуҙарҙы ауырыуҙарға йыш тәҡдим итәләр. Ғалимдары эхинацея нигеҙендәге дарыуҙарҙы тикшергән һәм уларҙың һалҡын тейеүҙән дауалай алмауын асыҡлаған. Шулай ҙа эхинацея препараттарының ауырыуҙы профилактикалауҙа файҙаһы бар. Тикшеренеүҙәрҙе үткәреүсе белгестәр раҫлауынса, был препараттарҙың күбеһе тикшереү үтмәй һәм аҙыҡҡа биологик өҫтәмә булып тора.

Әйткәндәй, киҫкен вируслы ауырыуҙар менән яфаланыусылар дарыуға, шул иҫәптән, эхинацея өҫтәмәләренә йылына уртаса 8 млрд доллар исраф итә.

“Киске Өфө”нән.

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Читайте нас: