Бөтә яңылыҡтар

Быума йүтәл

Көҙ-ҡыш башында быума йүтәл (астма) менән яфаланыусылар бигерәк йонсой. Улар өсөн бер нисә кәңәш:

Быума йүтәл
Быума йүтәл

Был сир еңелерәк үтһен өсөн 600 грамм балға 150 грамм аҡ май, бутҡа һымаҡ иҙелгән 100 грамм керән, 100 грамм иҙелгән һарымһаҡ һалырға, яҡшылап болғарға һәм һыуы ҡайнап торған һауытҡа ултыртып йылытырға, болғап торорға. Был дарыуҙы быяла һауытҡа һалып, һыуытҡыста һаҡларға, ашарҙан 1 сәғәт алда 1 -әр ҡалаҡ ҡабырға, ауыҙҙа оҙағыраҡ тоторға кәрәк, шул саҡта шифаһы күберәк тейә. Дауаланыуҙы 2 ай буйына дауам итергә. Был дарыу һыуыҡ тейеүҙән дә, вируслы инфекцияларҙан да һаҡлай.

Астма менән ауырыусыларға, үпкәһе сирлеләргә һоло менән дауаланыу ҙа файҙалы. 1 литр һөткә 1 стакан һоло (ҡабығы менән) һалып, мейескә йәки духовкаға ултыртып, йомшартырға кәрәк. Күләме 1 стакан ҡалырға тейеш. Шуны һөҙөп, ҡуйы һоло һөтөн йылы көйө эсергә.

Һолоноң һаламы ла файҙалы. Һаламды бешекләп, мискәгә һалып, ауырыуҙы шунда ултыртырға кәрәк.

Әнүәрә ХӘЙБУЛЛИНА.

“Киске Өфө”нән.

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Читайте нас: