Бөтә яңылыҡтар

Тайғаҡ юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Ҡыш көнө ҡолап төрлө травмалар алыу осраҡтары күп теркәлә. Статистика буйынса ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ тайып ҡолау арҡаһында барлыҡҡа килә.

Тайғаҡ юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Тайғаҡ юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн бер нисә кәңәште тоторға кәрәк.

Һауа торошонат ҡарап ҡулайлы аяҡ кейеме һәм өҫ кейеме кейегеҙ.

Берәй ергә барыр булһағыҙ, алданыраҡ сығығыҙ, ҡабаланып йөрөмәгеҙ.

Юл аша сыҡҡанда бигерәк тә һаҡ булығыҙ. Йүгермәгеҙ!

Өлкәндәргә башы резиналы булған таяҡ таянып йөрөһәләр, яҡшыраҡ булыр!

Баҫҡыстан төшкәндә иғтибарлы булығыҙ, аҙымығыҙҙы баҫҡыс буйына баҫып, ҡырын атлағыҙ.

Боҙло урындарҙы урап үтергә тырышығыҙ.

Сығанаҡ:
#минздрав #мзрб
#здороваяреспублика
#гололед #мерыпредосторожности
#зима #трамва

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: