Бөтә яңылыҡтар

Йөҙйәшәр табибты ла алыштыра

Бүлмә гөлдәре, йортобоҙҙо биҙәп кенә ҡалмай, табиб ролен дә башҡара. Һәр кемдең тәҙрә төбөндә үҫкән йөҙйәшәрҙе генә алайыҡ.

. Йөҙйәшәр стафилококк, стрептококк кеүек микробтарға ҡаршы көрәшә, шуға ла бешкән урынды, үлекле шештәрҙе, йәрәхәттәрҙе, пародонтоз, стоматиттарҙы дауалауҙа ул алыштырғыһыҙ. Иммунитетты нығытыу маҡсатында 100 мл алоэ һуты, 100 гр әстрхан сәтләүеге, 100 гр бал һәм шуның ҡәҙәр үк лимон һутынан яһалған ҡатнашма ҡулланырға була. Ҡатнашманы ашарға ярты сәғәт ҡала бер десерт ҡалағы эсәләр. 

Ҡулланыр алдынан табиб кәңәше мотлаҡ!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: