Бөтә яңылыҡтар

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн файҙалы

Был витамин йәшел төҫтәге йәшелсәләрҙә, ҡара дөгөлә, башҡа ярмаларҙа күп.

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн файҙалы
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн файҙалы

Фолий кислотаһы ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге өсөн иң файҙалы элемент, тип иҫәпләй ғалимдар. Күп төрлө тестар күрһәтеүенсә, оҙайлы ваҡыт В9 витамины (фолий кислотаһы) ҡабул итеү бөтөн йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарға ла файҙалы. Ғалимдар раҫлауынса, бигерәк тә ауырлы саҡта организмда был кислота етерлек булырға тейеш, сөнки ул арҡа һөйәге менән бәйле проблемаларҙан һаҡлай, нервы системаһының дөрөҫ формалашыуына булышлыҡ итә. Бынан тыш, ул депрессиянан да һаҡлай, шуға ла уны ғәҙел рәүештә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң мөһим витамин, тип атап йөрөтәләр. Был витамин йәшел төҫтәге йәшелсәләрҙә, ҡара дөгөлә, башҡа ярмаларҙа күп.

Читайте нас: