Бөтә яңылыҡтар

Организмды таҙартыу өсөн

Дегәнәктең үҫмәгән урыны, уны белмәгән кеше юҡтыр. Ҡайҙа ҡарама, тулып ултыра кеүек. Кейемгә йәбешеп барған сәнскеһе өсөн яратмайбыҙ, әммә уның сәләмәтлек өсөн файҙаһы бик күп. Уның бөтә өлөшө лә (тамыры, һабағы, япрағы) халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Дегәнәк ярҙамында организмды шлактарҙан арындырыу ғына түгел, ҡанды ла таҙартырға мөмкин. Көслө ағыу­ланыуҙан йә химиотерапиянан һуң, был үҫемлек организмдан ауыр матдәләрҙе һәм токсиндарҙы ҡыуып, тиҙ арала уларҙың насар эҙемтәләренән ҡотолорға ярҙам итер. Рецебы менән сайтта танышырһығыҙ.

Дегәнәк ярҙамында организмды шлактарҙан арындырыу ғына түгел, ҡанды ла таҙартырға мөмкин. Көслө ағыу­ланыуҙан йә химиотерапиянан һуң, был үҫемлек организмдан ауыр матдәләрҙе һәм токсиндарҙы ҡыуып, тиҙ арала уларҙың насар эҙемтәләренән ҡотолорға ярҙам итер.
Организмды таҙартыу өсөн уның һуты һәм төнәтмәһе файҙаланыла.
1. Ҡанды таҙартыу өсөн бер балғалаҡ кипкән тамырына бер стакан һыу ҡойоп, утҡа ҡуйырға һәм бер-ике минут ҡайнатып алырға. Ошо төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ас ҡарынға берәр стакан эсергә.
2. Дегәнәктең алты емешен алып, өҫтөнә бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Өҫтөн ҡапҡас менән ябып, талғын утта 20 минут ҡайнатырға. Сәнскеләрҙән әҙер­ләнгән төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ас ҡарынға берәр стакан эсергә. Таҙарыныу өсөн ике аҙна эсергә кәңәш ителә.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: