Бөтә яңылыҡтар

Аҙ ҡанлылыҡтан (халыҡ медицинаһы)

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Аҙ ҡанлылыҡтан (халыҡ медицинаһы)
Аҙ ҡанлылыҡтан (халыҡ медицинаһы)

– ҡыҙыл сөгөлдөр менән кишер һуты; элеутерококк (аптека препараты). Көнөнә ике тапҡыр 20-25 тамсылап ҡабул итергә;

– 1 балғалаҡ балды ярты стакан ҡыҙыл сөгөлдөр һуты менән болғатып, ашар алдынан ярты сәғәт элек көнөнә 3 тапҡыр ҡулланырға;

– оҙайлы ваҡыт ҡыҙыл сөгөлдөр, кишер, ҡара торма һутын (1:1:1) 2 ҡалаҡ эсергә;

– көн һайын иртәнсәк ас ҡарынға ҡырғыстан үткәрелгән 100 грамм кишерҙе ҡаймаҡ йәки үҫемлек майына болғап ашарға;

– көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан 20 минут алда 1-әр ҡалаҡ юл япрағы үләне һутын ҡабул итергә;

– тигеҙ күләмдә кесерткән һәм ҡайын япрағы алып болғатырға һәм 2 ҡалаҡ ошо ҡатнашманы 300 мл ҡайнар һыу менән 3 сәғәт төнәтеп, һөҙөргә. Тәүлек буйына 3-4 өлөшкә бүлеп эсергә. Дауаланыу курсы - 3-4 аҙна;

– 400 грамм сифатлы шоколадты ҡырырға, һөҙгөс аша үткәрергә һәм уға шәкәр менән туҡылған йомортҡа һарыһы һәм алма ҡушылған иретелгән май өҫтәргә. Болғатырға, һыуытырға. Килеп сыҡҡан ҡушылманы икмәккә һылап, көнөнә 3-4 мәртәбә ҡайнар һөткә ҡушып ашарға.

“Халыҡ медицинаһы кәңәштәре” китабынан.

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Читайте нас: