Бөтә яңылыҡтар

Тоҙло лимон (халыҡ дауаһы)

Был лимон һәм тоҙ менән әҙерләнгән боронғо һинд рецебы һауыҡтырғыс үҙенсәлеккә эйә.

Тоҙло лимон (халыҡ дауаһы)
Тоҙло лимон (халыҡ дауаһы)

Әсеү һәм тоҙҙар арҡаһында лимонда ферменттар, витаминдар һәм минералдар тағы ла күбәйә һәм уны өс тапҡырға файҙалыраҡ, һөҙөмтәлерәк итә. Шулай итеп:

  1. Дүрт-биш лимон алығыҙ, уларҙы аш содаһы һалынған һыуҙа яҡшылап йыуығыҙ.
  2. Һәр лимонды икегә ҡырҡып, уртаһына тоҙ һибегеҙ.
  3. Быяла контейнерҙың төбөнә эре тоҙ һибеп, өҫтөнә лимондарҙы теҙеп сығығыҙ. Араларына күберәк итеп тоҙ тултырығыҙ. Артабан контейнерҙы өс көнгә ҡоро, яҡшы елләтелгән, ҡояш нурҙары төшмәгән урынға ултыртығыҙ. Өс көндән һуң уны ҡулланырға ла мөмкин.

Бындай лимон аш-һыу әҙерләү, сәй һәм төрлө эсемлектәргә, йәшелсәләргә ҡушыу өсөн дә яраҡлы. Әммә уның файҙаһы – һәр ваҡыт формала булырға ярҙам иткән витаминдарҙың һәм файҙалы матдәләрҙең күплегендә. Шулай итеп һәр саҡ ашҡаҙанығыҙ һәм эсәктәрегеҙ хаҡында хәстәрлек күрәсәкһәгеҙ. Бынан тыш, антиоксиданттарҙың күплеге һәм тоҙҙар тирегеҙҙе матур, шыма һәм һығылмалы итер. Һөҙөмтәлә һеҙ йәшерәк күренәсәкһегеҙ.

Тағы ла лимон – ҡан туҡтатыу һәм дезинфекциялаусы, ҡандағы глюкозаны бик яҡшы кәметеүсе, бактерияларға ҡаршы көрәшеүсе, антисептик сара ла. Лимон менән тоҙ ҡан баҫымын төшөрә, һөйәлде бөтөрә, теш ҡаҙнаһының ялҡынһыныуын, артрит һәм ревматизмды, веналар варикозын, һалҡын алдырыуҙы һәм киҙеүҙе дауалай. Йәйге мәлдә бындай лимондарҙы эҫе сәй менән бергә ҡулланыу яҡшы, сөнки ул тын юлдарын таҙарта. Нисек ҡулланырға, тип аптырайһығыҙмы? Бары тик лимонды контейнерҙан алығыҙ, артыҡ тоҙҙо йыуып төшөрөгөҙ һәм ҡәҙимгесә, ҙур булмаған киҫәктәргә бүлеп ашағыҙ.

Ҡулланырҙан алда дауалаусы табибығыҙ менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

“Киске Өфө” гәзитенән.

Читайте нас: