Бөтә яңылыҡтар

Аяҡ-ҡулдарығыҙ өшөймө? Тимәк...

Ни өсөн ҡулдар һәм аяҡтар беренсе булып өшөй? Һыуыҡ булған өсөн генә түгел. Башҡа сәбәптәре лә бар. Ниндәй?Аяҡтар беренсе булып өшөй. Нимә эшләргә?


Йыш ҡына беҙҙең аяҡтар беренсе булып өшөй. Был нормаль күренеш. Иҫән ҡалыу механизмы шулай эшләй – ҡулдар һәм аяҡтар һәр ваҡыт беренсе булып өшөй.

Һыуыҡта ҡан эске органдарҙа туплана, ә ҡан тамырҙары ағзалар осонда ҡала. Шулай итеп, тән әкренерәк һыуына һәм үҙ эсендә йылыны тотоп тора. Ләкин ҡайһы бер кешеләрҙең ҡулдары һәм аяҡтары йылы өйҙә булған осраҡта ла өшөй. Был нимә тураһында аңғарта?

Сәбәптәре төрлөсә:

Борсолоу һәм стресс кисергәндә. Бындай ваҡытта ҡан тамырҙары ҡыҫыла. Иң беренсе, әлбиттә, ҡулдарҙа һәм аяҡтарҙ.

Йоҡо туймағанда. Бындай ваҡытта организмда матдәләр алышыныуы боҙола. Шуға ҡан әкренерәк йөрөй.

Аяҡтар өшөүенең иң киң таралғаны сәбәбе – ҡан әйләнешенең дөрөҫ булмауы.

Гемоглабиндың түбән булыуы.

Гипотериоз – киң таралған ауырыу. Уны тәүге стадияларында асыҡлау ауыр. Бындай осраҡта кешелә тиҙ арыу, хәлһеҙләнеү, шешенеү, тән тиреһенең ҡоро булыуы, аяҡтар өшөүе хас.

Диабет. Был ваҡытта ҡанда глюкоза арта, ҡан тамырҙары ҡыҫыла.

Бөйөр ауырыуы. Был осраҡта кеше шешенә һәм ҡан тамырҙары ҡыҫыла. Шунлыҡтан кеше өшөй.

Анорексия. Ашауҙан баш тартҡан кешелә май ҡатламы юҡҡа сыға. Шуға ла ул тиҙ өшөксәнгә әйләнә.

"Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: