Бөтә яңылыҡтар

Саф һауала күңелле

Оҙайлы ялдарҙы һаулыҡ өсөн файҙалы үткәреү өсөн районда бик күп саралар үткәрелеп тора. 3 ғинуарҙа "Дуҫлыҡ" паркында өлкәндәр өсөн "Башҡортса (скандинавса) йөрөү көнө" үткәрелде. Был спорт төрө бөтә донъяла билдәлелек яулай бара. Иҫәнғолдар ҙа, районыбыҙ ауылдарында ла ошо спорт төрөн үҙ итеүселәр байтаҡ. Көндөң ҡарлы һәм буранлы булыуына ҡарамаҫтан ҡатнашыусылар байтаҡ ҡына булды. Сараны Аҡбутин Тәлғәт Буранбай улы асып, ҡотлап үтте. Сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән был сараларҙың йылдан-йыл әүҙемерәк үтә барыуы һөйөндөрә.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: