Бөтә яңылыҡтар

Йөрәгеңә яҡын алма

Психологик йәһәттән никах ҡатын-ҡыҙ өсөн ирҙәргә ҡарағанда мөһимерәк

Йөрәгеңә яҡын алма
Йөрәгеңә яҡын алма

Йәшел сәй инфарктты еңә

Көнөнә өс сынаяҡ йәшел сәй эсеү инфаркт хәүефен кәметеүгә булышлыҡ итә ғалимдар. Бындай һығымтаға улар 195 мең кешенең (шуларҙың 4 меңе инфаркт кисергән) йәшәү рәүешен өйрәнгәндән һуң килгән. Асыҡланыуынса, көнөнә өс сынаяҡ йәшел сәй эскән кешеләргә инфаркт янауы 21 процентҡа кәмегән. Йәшел сәй составындағы антиоксиданттар тап ана шундай һаҡлау үҙенсәлектәренә эйә лә инде.

Йөрәгеңә яҡын алма

Уңышһыҙ никахтың ҡатын-ҡыҙҙарҙа йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәре үҫешеүенә килтереүе асыҡланған.

Ғалимдар 300-ҙән ашыу ғаиләнең тормошон ентекләп тикшергәндән һуң ошондай фекергә килгән. Ғаилә тормошонан ҡәнәғәт булмаған ҡатын-ҡыҙ һимереүҙән, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, ҡан составында шәкәр кимәле һәм холестерин юғары булыуҙан яфалана. Шул уҡ ваҡытта никахынан ҡәнәғәт булмаған ирҙәрҙә был күрһәткестәрҙең нормала булыуы асыҡланған. Бының нилектән шулай булыуын ғалимдар психологик йәһәттән никахтың ҡатын-ҡыҙ өсөн ирҙәргә ҡарағанда мөһимерәк булыуынан сығып аңлата. Шуға күрә лә ҡатын-ҡыҙ шәхси тормошондағы проблемаларҙы йөрәгенә яҡын ҡабул итә.

Йоҡоһоҙлоҡтан сара

Билдәле невролог Константин Уманский йоҡоһоҙлоҡтан интеккән кешеләргә махсус шифалы мендәр эшләп алырға тәҡдим итә. Бының өсөн ҙур булмаған киндер тоҡсайҙы ҡомалаҡ менән тултырып, уны көн дә яҫтанған ҡәҙимге мендәргә ҡуша тегергә кәрәк. Ҡомалаҡ еҫе нервылар системаһын тынысландыра. Уны башҡа төрлө үләндәр менән алмаштырырға ла була: бөтнөк үләне, аҡ сәскә, донник һ.б.

БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.

Читайте нас: