Бөтә яңылыҡтар

Әгәр аяҡтарың һыҙлаһа...

Халыҡ дауаһының файҙаһы ҙур: ҡайсаҡ, хатта дарыу-уколдарҙың файҙаһы теймәгән осраҡта,  тап ошо алымдар килешеп ҡуя. Һеҙҙең иғтибарға аяҡ һыҙлауын баҫа торған рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Бының өсөн өс ҡап лавр япрағы  кәрәк. Уның береһен 10 литрлыҡ күнәккә һыуға һалып, ҡайнатып сығарығыҙ. Һыуҙы аяҡтар бешмәҫлек булғансы һыуытығыҙ һәм 20 минут дауамында аяҡтарҙы ошо һыуҙа тотоғоҙ. Унан йылы нәскиҙәр кейергә кәрәк.
Һыуҙы түгергә ашыҡмағыҙ. Икенсе көндә ошо уҡ һыуға икенсе ҡаптағы лавр япрағын һалып ҡайнатырға һәм кисәгесә аяҡты 20 минутҡа тығып ултырырға кәрәк.
Өсөнсө ҡапты ла ошолай уҡ ҡулланырға.
Бындай дауаны ярты йыл һайын ҡабатларға мөмкин.
Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙламаһын, сәләмәт булығыҙ!
Ҡулланыр алдынан табип кәңәше мотлаҡ!
Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: