Бөтә яңылыҡтар

Газлы һыуҙар кемдәр өсөн зыянлы?

Белгестәр газлы татлы һыуҙарҙың зыяны тураһында күптән белдерә

Газлы һыуҙар кемдәр өсөн зыянлы?
Газлы һыуҙар кемдәр өсөн зыянлы?

Белгестәр газлы татлы һыуҙарҙың зыяны тураһында күптән белдерә, әммә уларҙан, тәү сиратта, йөрәк сирлеләр баш тартырға тейеш. Сөнки газлы эсемлектәр ҡан баҫымын күтәрә, етмәһә, һыу һалып һатылған банканың составындағы матдәләр ҙә быға булышлыҡ итә.

Тимер һәм пластик һауыттарҙы бисфенол менән ҡаплайҙар. Тикшеренеүселәре әйтеүенсә, быяла һауыттан башҡа һауыттар сәләмәтлек өсөн ҙур зыян килтерә. Бисфенолды күп сирҙәргә килтереүҙә ғәйепләйҙәр, улар араһында баш ауыртыуы, һимереү, шәкәр диабеты, түлһеҙлек, инфаркт, хатта яман шеш тә бар. Европала балалар өсөн тәғәйенләнгән һауыттар етештергәндә бисфенол ҡулланыу тыйылған.

“Киске Өфө” гәзитенән.

Читайте нас: