

❖ Ангинаны тиҙ генә бөтөрөү өсөн 32 бөртөк ҡәнәферҙе эмаль һауытҡа һалып, ярты литр ҡайнар һыу ҡойорға, ҡайнау хәленә еткерергә, йылы итеп төрөп, төнәтергә. 12 сәғәттән һуң һөҙөп, ауыртҡан тамаҡты сайҡатырға. Тәүлегенә 4 тапҡыр ҡабатларға.
❖ Гломерулонефритты дауалау өсөн 3 балғалаҡ кориандр орлоғона 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 15 минут төнәтергә, һөҙөргә. Көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан 30 минут алда 2-шәр ҡалаҡ эсергә. Ауырлы саҡта, миокард инфаркты, тромбофлебит ваҡытында был дауаны ҡулланыу ярамай.
❖ Ашҡаҙан ауыртҡанда 1 ҡалаҡ кориандрҙы эмаль һауытҡа һалып, ярты литр һыу ҡойоп, талғын утта ҡайнау хәтенә еткерергә, һөҙөргә һәм термосҡа ҡойорға. Көнөнә 2-3 тапҡыр 50 грамм эсергә.
❖ Юғары ҡан баҫымын нормаға килтерергә корица ярҙам итә. 1 балғалаҡ корицаны 1 стакан ҡатыҡҡа һалып болғатырға һәм йоҡлар алдынан эсергә.
❖ Һейҙек-енес системаһы эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн 100 грамм ҡуянтубыҡ (пастернак) тамырына 1 литр аҡ шарап, ярты литр һыу өҫтәп, ҡайнау хәленә еткерергә, 10 минут талғын утта ҡайнатырға. Кәстрүлде уттан алғас та 5 ҡалаҡ бал, 1 лимон һуты, 10 тамсы 5 процентлы йод ҡушып, болғатырға, һөҙөргә һәм көнө буйы йотомлап эсергә.
❖ Аяҡ бәшмәкләһә, 200 грамм лавр япрағына ҡайнар һыу, бер аҙ һеркә өҫтәп бешекләргә лә, ошо төнәтмәгә аяҡтарҙы тығып ултырырға. Дауаны көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатларға.
Айбикә ЯҠУПОВА.
“Киске Өфө”нән.
Фото: Яндекс. Дзен.
Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.