Балан тәмле лә, файҙалы ла.

Көҙ көнө уттай ҡыҙарып бешеп, туғайҙарҙы һәм баҡсаларҙы йәмләп ултырыусы балан барыбыҙға ла таныш. Күптәр унан тәмле ҡайнатмалар, джемдар яһай, компоттар яба. Ейәнсураның уңғанбикәләре телеңде йоторлоҡ итеп балан ҡатығы эшләй. Бынан тыш баланды халыҡ медицинаһында ла ҡулланалар. Күп осраҡта ҡан баҫымын көйләр өсөн ошо әсе лә, тәмле лә емеште ашайбыҙ. Тағы ла ниндәй шифалы яҡтары бар икәнен белегеҙ килһә, сайтҡа инеп ҡарағыҙ:

Балан тәмле лә, файҙалы ла.Балан тәмле лә, файҙалы ла.
Балан тәмле лә, файҙалы ла.

Бронхит булғанда, йүтәл оҙаҡҡа киткәндә: берәр аш ҡалағы балан, һыйы майы һәм балды ҡушып иҙәбеҙ ҙә шуға бер аш ҡалағы спирт ағыҙабыҙ. Көн дауамында берәр аш ҡалағы эсәбеҙ. Уның артынан йылы һәт эсеп ҡуябыҙ.

Бауыр ауыртҡанда: 50-70 г. баланды иҙәбеҙ, 100 г. пар өҫтөндә иретелгән балдыҡушып, 5-6 сәғәт төнәтәбеҙ. Ашар алдынан 30 минут алдан берәр аш ҡалағы ашайбыҙ.

Һалҡын тейгәндә баландан яһалған сәй ярҙам итер. 1 аш ҡалағы балан емеше өҫтөнә бер стакан ҡайнаған һыу һәм бер бал ҡалағы һыйыр малы һалып эсергә кәңәш итәләр.  

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас