Бөтә яңылыҡтар

Балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ!

Республикала бер бала балкондан осоп төшкән.

Балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ!
Балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ!

19 ғинуарҙа Благовещенда һигеҙ йәшлек малай икенсе ҡаттағы балкондан ҡолап төшкән. Баланы дауаханаға алып киткәндәр. Был хаҡта Инстаграмда Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

«Балаларҙың тәҙрәнән ҡолап төшөүе тураһында хәүефле яңылыҡтарҙы йәй көнө йыш ишетергә мөмкин. Тәжрибә күрһәтеүенсә, бәхетһеҙ осраҡтар ҡыш көнө лә була, быға ата-әсәләр уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыуы сәбәпсе», - тип яҙҙы ведомство етәксеһе һәм ата-әсәләрҙе иғтибарлыраҡ булырға, бәләкәй балаларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырҙы.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: