"Омикрон" кемдәр өсөн бигерәк хәүефле?

«Омикрон» ике йәштән биш йәшкәсә балалар өсөн айырыуса хәүефле — Роспотребнадзор

Коронавирустың «омикрон» штамы ике йәштән биш йәшкәсә балалар өсөн айырыуса хәүефле. Тап уларҙа дауаханаға һалыуҙы талап иткән бронхиолит күренештәре күҙәтелә башлаған, тип хәбәр итте Роспотребнадзорҙың Үҙәк эпидемиология ғилми-тикшеренеү институты директоры урынбаҫары Александр Горелов.

«Хәҙер балалар йышыраҡ сирләй, айырыуса ике-биш йәшлек балалар өсөн хәүефле. Ауырыу өҫкө тын юлдарын һәм бронхтарҙы зарарлай. Тәүге тапҡыр бронхиолит күренештәре күҙәтелә башланы, был осраҡта дауаханаға һалырға кәрәк. Һәр өсөнсө баланың эсе китә», — тип Гореловтың һүҙҙәрен килтерә ТАСС.

65 йәштән өлкәндәр хәүеф төркөмөнә инә, сөнки тип билдәләне ул.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас