Халыҡ рецептары менән ҡан баҫымын төшөрөү ысулдары
- 2 аш ҡалағы кипкән ҡарағатҡа 1 стакан ҡайнар һыу ҡойола. Һүрән генә утта 10 минут ҡайнатҡандан һуң 1 сәғәт төнәтелә.
1/4 стакан төнәтмәне көнөнә 4 тапҡыр эсегеҙ.
- 100 гр йөҙөмдө иҙеп, өҫтөнә 1 стакан һыу ҡойола. Талғын утта 10 минут ҡайнатып марля аша һөҙөргә лә һығып алырға.
1-2 аш ҡалағы һутты көнөнә 2 тапҡыр ҡабул итегеҙ.
- 1 аш ҡалағы балды 1 стакан минераль һыуҙа иҙелә, унда йәнә ярты лимондың һуты һығыла.
Һәр иртәлә был һутты сәй йә ҡәһеүә урынына эсегеҙ.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!