

10 тырнаҡ һарымһаҡты әрсеп, банкаға тултырырыға, өҫтөнә бер сынаяҡ алма һеркәһе һәм шул тиклем үк шыйыҡ бал өҫтәргә. Ҡапкас менән ябып, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Һәр көн ас ҡарынға ике аш ҡалағы эсегеҙ. Уны һыу менән дә эсергә була.
Тағын бер рецепт: бер стакан ҡайнар һыуға бер телем лимон һәм бер семтем дәрсен (корица) һалабыҙ ҙа һыуынғанын көтәбез. Артабан бер сәй ҡалағы бал һалып эсәбез. Был эсемлекте шулай уҡ иртән ас ҡарынға эсергә кәрәк.
БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.