Ковид сирлеләр менән бәйләнештә булғандар өсөн карантин ваҡыты 7 көнгә тиклем ҡыҫҡартылды

"Роспотребнадзор"ҙа белдереүҙәренсә, яңы ҡағиҙәләр 26 ғинуарға тиклем ведомство күрһәтмәһе бирелгәндәргә лә ҡағыла.

 Улар өсөн, карантиндың ҡасан бөтөүенә ҡарамаҫтан, күрһәтмәнең ваҡыты бирелгән көндән алып 7 көн үткәс тамамлана. Бындай осраҡта эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы ла 7 көнгә бирелә.

Белгестәр әйтеүенсә, карантин буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы һәр саҡ дистанцион рәүештә ябыла һәм эш биреүсегә ебәрелә.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас