+24 °С
Ямғыр
Иртән торғас та арығанлыҡ һәм апатия хисе кисереүсе кешеләр яман шеш менән ауырып китергә мөмкин. Был турала «Бишенсе канал»ға химиотерапевт Андрей Базылев һөйләгән.
«Һис шикһеҙ, табибҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Был онкология ауырыуы билдәһе булырға мөмкин», – ти ул.
Табиб һүҙҙәренсә, әлеге симптомдар организмдың эшсәнлеге боҙолоуын аңлата. Шуға күрә бының сәбәбен асыҡларға һәм тиҙ арала уны төҙәтергә кәрәк, ти белгес.