Банан ашау өсөн 5 сәбәп

Ә һеҙ банандың татлы ризыҡ ҡына түгел, файҙалы ла икәнен беләһегеҙме?

Банан ашау өсөн 5 сәбәпБанан ашау өсөн 5 сәбәп
Банан ашау өсөн 5 сәбәп

1. Ул эсәктәрҙең микрофлораһын яҡшырта. Организмға башҡа ризыҡтар менән бергә эләккән банандағы ферменттар уларҙы тиҙерәк эшкәртеүгә булышлыҡ итә.

2. Эс ҡатыу.Ҡаталап йонсоғандарға бананды даими ашау был проблеманан ҡотоларға ярҙам итер.

3. Үҙәк көйөү. Банан ашау үҙәк көйөүҙе баҫа.

4. Ашҡаҙан яраһы. Банан ашҡаҙанды эске яҡтан "ҡаплап", уны ризыҡтағы кислота һәм агрессив матдәләрҙән һаҡлай. Был, үҙ сиратында, ашҡаҙандағы яралар уңалыуға булышлыҡ итә.

5. Көҙән йыйырыу. Бананда калийҙың күп булыуы уны ашаған кешегә аяҡ мускулдарын көҙән йыйырыуынан арынырға ярҙам итә.

Сәләмәт булығыҙ!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас