

Яңы Николаека мәктәбенең 9 класында уҡыусы 5 үҫмер егет бөгөн коронавирусҡа ҡаршы "Гам-КОВИД-Вак-М" вакцинаһын эшләтте. Ата-әсәләре лә коронавирусҡа ҡаршы вакциналанған егеттәр прививка яһатырға үҙҙәре теләк белдергән. Барыһына ла 15 йәш тулып үткән уҡыусылар вакциналауға фельдшерҙары Резеда Марат ҡыҙы менән бергә килгәндәр.
Әйткәндәй, Иҫәнғолдан 4 үҫмер ҙә вакцина яһатырға теләк белдергән.
Әлегә Иҫәнғолға 30 "Гам-КОВИД-Вак-М" вакцинаһы ҡайтарылған. Вакциналау кабинетында эшләүсе шәфҡәт туташы Аҡбутина Гөлсөм Иҙелбай ҡыҙы үҫмерҙәргә прививка яһағандан һуң һаҡланыу саралары тураһында ентекләп аңлатты. Вакциналанғандан һуң 3-4 көн эҫе мунса инергә, организмды өшөтөргә ярамай. Прививка урыны һыҙлаһа, йодлы сетка яһарға кәрәк. Шулай уҡ коронавирус менән ауырыусылар менән контакт булдырмаҫҡа кәңәш ителә.