Быуының һыҙлаймы, туған?

Быуыны ауыртмаған кеше һирәктер. Аптекаларҙағы һатылған дауалары ла күп, тик файҙаһы ғына аҙыраҡ. Бер апай үҙе ҡулланған рецепт менән уртаҡлашты, ингредиенттары арзан да, ябай ҙа. Бының өсөн кәрәк:  1 аш ҡалағы горчица (порошок); 1 аш ҡалағы бал; 1 аш ҡалағы тоҙ; 1 аш ҡалағы һыу. Эшләнеше һәи нисек ҡулланырға икәнлеге сайтта бирелгән.

 

Бөтәһен дә бергә ҡушып болғарға. Дауаны һыуытҡысҡа 6 көн генә һаҡларға була, оҙаҡҡа китһә, файҙалы сифаттары юғала.
Ауыртҡан урынға һөртөп, фольга йәки полиэтилен менән ҡаплап, өҫтөнән йылы шәл ҡаплап ҡуйырға. Ике сәғәт тоторға, ә иң яҡшыһы – төнгөлөккә ҡуйыу.
Дауалау курсы – 5 көн.
Әлбиттә, табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Ә һеҙ быуындар һыҙлауын баҫыр өсөн нимәләр ҡулланаһығыҙ?
Үҙегеҙ файҙаланғанды беҙҙең менән дә уртаҡлашырға онотмағыҙ!

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас