

Нутрициолог Анастасия Гаврикова әйтеүенсә, табибҡа мөрәжәғәт итмәй, анализдар тапшырмайынса ла, организмға В12 витамины етмәүен белеп була. Был турала РИА Новости яҙа.
В12 витамины нерв күҙәнәктәре сәләмәт, нерв импульсын тапшырыу функцияһы яҡшы һәм ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеге нормала булһын өсөн кәрәк.
Белгес һүҙҙәренсә, В12 витамины етмәүҙе бер нисә билдә күрһәтә. Беренсе сиратта, был – тән тиреһе төҫө. В12 витамины етмәгән кешеләрҙең тәне аҡһыл йәки һары төҫтәрәк була.
«Гел арығанлыҡ хисе лә – В12 витамины етмәүҙән. Хәтер менән проблемалар, кәйеф үҙгәреү, ялҡынһынған ҡыҙыл төҫлө тел дә ошо проблеманы күрһәтергә мөмкин», – ти ул.
В12 витамины бауыр, диетик ит, балыҡ, диңгеҙ ризыҡтары, йомортка составында була, ти белгес.