Мең дә бер кәңәш

Юғары ҡан баҫымынан, бөйөрҙән таш сығарыу өсөн, һалҡын тейгәндә, тауыш бөткәндә түбәндәге кәңәштәрҙе файҙаланып ҡарағыҙ

Мең дә бер кәңәшМең дә бер кәңәш
Мең дә бер кәңәш

Юғары ҡан баҫымынан

❖ Икмәк телемен ваҡ киҫәктәргә бүлеп, һәр киҫәккә 4-әр тамсы бесәй үләне (валериана) төнәтмәһе тамыҙырға, 2-3 сәғәт һайын бер киҫәкте яйлап ҡына сәйнәргә. Дауаны 1 ай дауам итһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр.

❖ 1 лимон һуты ҡушылған 1 стакан йылы һыуҙы ас ҡарынға эсеү ҙә ҡан баҫымын төшөрә.

❖ Кистән тары ярмаһын бүрттерергә ҡуйып, иртәнсәк шуға ҡабаҡ ҡушып, бутҡа бешерегеҙ. Икенсе көнөнә ҡабаҡ урынына кипкән еләк-емеш ҡулланығыҙ.

❖ 1,5 литр һыуға уртаса ҙурлыҡтағы 5 картуф ҡабығының ҡайнатмаһын көн буйына эсеү ҙә файҙалы.

Бөйөрҙән таш сағырыу

❖ Борсаҡ үләнен сәскә атмаҫ элек йыйырға, ваҡлап, 2 ҡалаҡ үләнгә 1,5 стакан яңы ҡайнап сыҡҡан һыуҙы ҡойоп, 30 минут төнәтергә, һөҙөргә һәм ашар алдынан 2-шәр ҡалаҡ эсергә.

Һалҡын тейһә...

❖ Хәҙер ялан баш йөрөү, йоҡа кейенеү модала, шуға ла һалҡынға бире-

шеүсе күп. Һалҡын тейһә, 10-ар грамм мәтрүшкә, үгәй инә япрағы, 20 грамм ваҡланған бесәй борсағы (алтей) тамырын ҡушып болғатырға. 2 ҡалаҡ үләнгә ярты литр һыу ҡойоп, 15-30 минут төнәтергә. Ашарҙан 20-30 минут алда көнөнә 4 мәртәбә йылы килеш яртышар стакан эсергә.

Тауыш бөтһә...

❖ Кәстрүлгә 1 стакан һыу ҡойорға, ярты стакан әнис үләне орлоғо һалып, 15 минут ҡайнатырға, һөҙөргә һәм 2 ҡалаҡ бал өҫтәргә. Ярты сәғәт һайын эсергә.

БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.

Әнүәрә ХӘЙБУЛЛИНА.

“Киске Өфө”нән.

Читайте нас