Бесәй нисек дауалай?

Баҡтиһәң, бесәйҙәрҙең шифаһы бына нимәлә икән!

Бесәй нисек дауалай?Бесәй нисек дауалай?
Бесәй нисек дауалай?

1. Мырылдау. Тап ошо, 20-40 Гц йышлығындағы тауыш кеше өсөн яҡшы тәьҫир итә икән. Бесәйҙең ипле генә ҡалтыранып мырылдауын ишетһәк, беҙҙең организмдың һаҡланыу хәле яҡшыра, иммунитет күтәрелә, нервылар системаһы нығына.


2. Тән температураһы. Бесәйҙең 38-39 градуслыҡ тән температураһы шулай уҡ кеше организмы өсөн тынысландырыусы, йылытыусы булараҡ тәьҫир итә.


3. Кире энергетиканы алыу һәләте. Бесәйҙең ауыртҡан урынға ятыуын, моғайын, күптәр һиҙгәне барҙыр. Ни өсөн, беләһегеҙме? Сөнки ауыртҡан урынға кире энергия туплана. Ә бесәйҙәр уны үҙенә ала икән.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас