Ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ! 5 минутҡа...

Һәм организмығыҙҙағы үҙгәреште үҙегеҙ һиҙерһегеҙ!

Ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ! 5 минутҡа...Ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ! 5 минутҡа...
Ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ! 5 минутҡа...

Табиптар әйтеүесә, быны йыш эшләүгә, йәғни көн дауамында 5 минутҡа тиклем ҡулдарҙы өҫкә күтәреп тороуға, 4 сәбәп бар икән.

  1. Йылдар үтеү менән кешенең органдары түбәнләй. Бигерәк тә күкрәк ситлегендәге органдарҙың аҫҡа төшөүе күҙәтелә. Ҡулдарҙы күтәреү – ошо процесты туҡтатырға булышлыҡ итә.
  2. Ашҡаҙан-эсәк юлдары турая. Был, үҙ сиратында, аш һеңдереү, метоболизм процесын тиҙләтә.
  3. Һыу эскәс, ашап алғас ҡулдарҙы күтәреү – ризыҡтың эсәктәр буйлап тиҙерәк хәрәкәт итеүенә булышлыҡ итә. Даими эшләгеҙ - эс ҡатыу проблемаһы булмаҫ.
  4. Умыртҡа бағанаһы төҙәйер. Ҡулдарҙы күтәреү – остеохондрозды иҫкәртеү өсөн яҡшы гимнастика.

Ә нисек дөрөҫ эшләргә һуң?

Бармаҡтарҙы бер-береһенә кейҙереп, ҡулдарҙы яйлап ҡына баш өҫтөнә күтәрәбеҙ. Ҡулдарығыҙ артынан кәүҙәгеҙ менән дә мөмкин тиклем һуҙылығыҙ. Көн дауамында ошолай 1-3 минуттан өс тапҡыр эшләгеҙ.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас