Халыҡ дауаһы

Ҡан баҫымы күтәрелгәндә, хәлегеҙ бөтһә, түбәндәге кәңәштәрҙе ҡулланып ҡарағыҙ

Халыҡ дауаһыХалыҡ дауаһы
Халыҡ дауаһы

Ҡан баҫымы күтәрелгәндә

1 литр һалҡын һыуға 5 ҡалаҡ шыршы ылыҫы, 2 ҡалаҡ гөлйемеш, 2 ҡалаҡ һуған ҡабығы һалып, 10 минут һүрән утта бешерергә. Һыуынғас, һөҙөргә, әҙ генә һыу ҡушырға була. Ошо төнәтмәне 2 көн эсергә. Дауаланыу оҙайлығы - 4 ай. Файҙаһы 5 көндән үк һиҙелә – баш ауыртмай башлай. 1 айҙан ҡайһы бер дарыуҙарығыҙҙы эсмәй ҡарағыҙ. Был дауа киҙеүгә ҡаршы яҡшы сара, эс ҡатыу ҙа бөтә, теш ҡаҙнаһы ла нығынып ҡаласаҡ.

Хәл бөтһә...

– Хәлегеҙ бөтөп, арып, йонсоп китһәгеҙ, түбәндәге дауаны ҡулланып ҡарағыҙ. 1,5 литр һалҡын һыуға 1,5 стакан һоло, 1 ҡалаҡ бал, ярты лимон һалып ҡайнатырға һәм 3 сәғәт йылы урында төнәтергә. Һуңынан ҡалған ярты лимон ҡабығын ҡырғыстан ҡы-рып ҡушырға, 3 ҡат марля аша һөҙөргә һәм йылы көйөнсө эсергә.

– 1,5 литр һыуҙа 1 стакан һоло, стакандың дүрттән бер өлөшө күләмендәге йөҙөмдө ҡайнатырға, 4 сәғәт төнәтергә, йылылай эсергә.

Һыу

– Ярһып киткәндә 2 стакан һыу эсһәң, тынысланаһың.

– Ваннала йәки мунсала йыуыныу алдынан 1 стакан һыу эсһәң, ҡан баҫымы төшә.

– Йоҡлар алдынан 1 стакан һыу эсеп ятһаң, инсульттан һәм йөрәк өйәнәгенән һаҡлай.

– Ашар алдынан 1 стакан һыу эсеү аш һеңдереүҙе яҡшырта.

Организмға нимә етешмәй...

– Организмға магний етешмәһә, сәтләүек, көнбағыш, ҡуҙаҡлылар – яҫмыҡ, борсаҡ ашау файҙалы. Магний етешмәүен шунан белергә була – гел генә шоколад ашағы килә.

– Азот етешмәһә (гел икмәк ашағы килә), балыҡ, ит, сәтләүек ашарға.

– Глюкоза етешмәһә, тәм-том ашағы килә, был саҡта бал, татлы емеш-еләк, йәшелсә һеҙгә ярҙамға килер.

Әнүәрә ХӘЙБУЛЛИНА. («Киске Өфө»нән).

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

Читайте нас