Бөтә яңылыҡтар

Гранатты таҙартҡас, тышын ташлайһығыҙмы?

Ул иҫ китмәле сифаттарға эйә икән!

Гранаты таҙартҡас, тышын ташлайһығыҙмы?
Гранаты таҙартҡас, тышын ташлайһығыҙмы?

Йөрәк тибеше боҙолғанда 2 аш ҡалағы гранат тышына 250 мл ҡайнар һыу ҡойоп, 30 мин төнәтергә. Әһер төнәтмәне 1 аш ҡалағы бал болғап, көн дауамында эсергә кәрәк.

 Тән тиреһе кибеп ярылған йәки ҡутырлап торған урынға кипкән гранат тышынан төйөлгән порошокты һибегеҙ.

Бөйөр ауыртҡанда гранаттың 2 аш ҡалағы ваҡланған тышына 250 мл ҡайнар һыу ҡойоп, “мунса”ла 30 мин ҡайнатырға кәрәк. Һөҙөп алғас, баштағы күләмгә еткергәнсе һыу өҫтәргә. Ашар алдынан 50 мл эсергә. Көн дауамында 1 ст төнәтмәне эсеп бөтөтөргә кәрәк.

Йүтәл йонсотһа, гранат тышын сәй итеп эсергә. Ул бешергәндә алһыу төҫкә инергә тейеш. Йылы көйө баллап эсеү кәрәк. 1 көнгә - 1 стакан.

Битегеҙҙәге һытҡылар борсоймо? Битлек эшләгеҙ! 5-6 мин ҡыҙҙырып алынған гранат тыштарын онтағыҙ, 1:1 нисбәтендә май менән бутағыҙ. Һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Аҙнаһына ике тапҡырҙан артыҡ ҡулланмағыҙ.

Тән бешкәндә. Бешкән урынға гранат һутын һөртөргә лә, киптерелгән гранат онтағын һибергә кәрәк. Ауыртыуҙы баҫыр, ҡыуыҡ барлыҡҡа килмәҫ.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: