Халыҡ дауаһы

Биттәге ҡыҙыл таптарҙан ҡотолоу өсөн, гастриттан, тамаҡ ауыртҡанда түбәндәге кәңәштәр ярҙам итер

Халыҡ дауаһыХалыҡ дауаһы
Халыҡ дауаһы

Бит тиреһе

❖ Биткә ҡыҙыл таптар сыҡһа, уртаса ҙурлыҡтағы бер әсе алманы ҡырғыста ҡырып, 150 мг һөткә һалырға һәм ҡайнатып алырға. Һыуынғас, 2 йомортҡа һарыһы ҡушып болғарға. Ошо массаны биткә 15 минутҡа һөртөргә. Ҡыҙыл таптар бөтәсәк.

Гастрит

❖ 30-35 грамм балды 1 стакан ҡайнаған йылы һыуға һалып иретергә лә, ашарҙан 3 сәғәт алда йәки ашағандан һуң 3 сәғәт үткәс эсергә. 1 көнгә 70-100 грамм балды өс өлөшкә бүлеп эсергә. Дауаланған мәлдә шоколад, кәнфит, торт һымаҡ тәм-том ашау зыянлы. Дауаланыу курсы - 1,5-2 ай. Әгәр ҙә баллы һыу эскәндә күңел болғанһа, балды һөткә, эремсеккә, бутҡаға ҡушып ашарға.

❖ Көнөнә 3-4 тапҡыр ашар ҙан 40 минут алда 200-300 мл яңы ғына әҙерләнгән кишер һуты эсергә кәрәк.

❖ 2 литр һөткә 1 стакан һоло һалып, өҫтөн томалап бешерергә, һөҙөргә. Төнгөлөккә 1-әр стакан эсеп ятырға.

Тамаҡ, йотҡолоҡ ауыртҡанда

❖ Порошок итеп төйөлгән абрикос һөйәген 1 балғалаҡ бал менән болғап, төнгә ҡарай ашарға ла, аҙағынан һөт эсеп ҡуйырға кәрәк.

❖ Балан бешкән һыуҙы йәки балан һутын 1:1 күләмендә бал ҡушып эсеү шифалы.

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.

“Киске Өфө”нән

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас