

Тәмәке - зыян
❖ Тәмәке тартыуҙан ҡотолам тиһәң, 100-әр грамм арыш, һоло, тары, арпаны бергә ҡушып, өҫтөнә 1 литр һыу ҡойорға ла, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртәнсәк ҡайнатып сығарырға һәм 10 минут бешерергә, яҡшылап төрөп, 1 тәүлек төнәтергә, һөҙөргә, көнөнә 3-4 тапҡыр ашарҙан 30-40 минут алда эсергә. Тәмәкенән биҙгәнсе дауам итергә.
Йоҡоһоҙлоҡтан
❖ Тигеҙ күләмдә бойҙай һәм арыш икмәген ваҡлап, бер нисә ҡалаҡ тоҙло ҡыяр һыуын, ваҡлап туралған ярты тоҙло ҡыяр һәм 1 ҡалаҡ әсегән һөт ҡушып, иртәле-кисле 10-15 минутҡа маңлайға ҡуйырға ла, аҙаҡтан йылы һыу менән йыуып төшөрөргә.
Йәрәхәт төҙәлмәһә...
❖ Сөй йәки башҡа нәмәгә тейеп йәрәхәтләнһәң, юл япрағын иҙеп, яраға ябаһың. Был ҡатнашма эренле яраларҙы ла төҙәтә.
❖ Йәрәхәтте йыуып, яңы ғына яһалған эремсекте ябырға һәм төнгөлөккә бәйләп ҡуйырға. Йәрәхәт 1-2 көндән бөтәшә.
Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.