Бөтә яңылыҡтар

Иммунитетты нығытабыҙ

Бал, имбирь һәм лимон ҡатнашмаһы һыуыҡ тейеүҙән файҙалы. Шулай уҡ иммунитетты нығытыу ысулы булып та тора. Рецепт сайтта.

Иммунитетты нығытабыҙ
Иммунитетты нығытабыҙ

Кәрәк:

имбирь тамыры— 120 г;
лимон — 4;
бал — 150 мл.

Лимонды йыуып турарға, орлоҡтарын айырып алырға ла, тышы әрселгән имбирь тамырын ҡушып блендерҙа йәки ит турағыс аша үткәреп, бал ҡушып болғатып банкаға һалабыҙ. Яҡшылап ябып һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Көнөнә бер аш ҡалағы ашарға кәңәш ителә. Сәйгә һалып эсергә лә мөмкин.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: