Халыҡ дауаһы

Быуындарығыҙ һыҙлаһа, ҡан баҫымын көйләү өсөн, көҙән йыйырыуҙан түбәндәге кәңәштәр ярҙам итер

Халыҡ дауаһыХалыҡ дауаһы
Халыҡ дауаһы

Быуындар һыҙлағанда

❖ Термосҡа 2-шәр ҡалаҡ ҡайын япрағы, бәпкә үләне, гөлйемеш япрағы һалып, өҫтөнә 1 стакан ҡайнап торған һыу ҡойорға, бер тәүлек төнәтеп, һөҙөргә, 2 ҡалаҡ тоҙ ҡушырға. Таҙа һарыҡ йөнөн йәки иҫке ойоҡбашты шул төнәтмәлә һыулап, һыҡмайынса киптерергә һәм ауыртҡан быуынға ҡуйып, бинт менән бәйләп ҡуйырға. Тәүлегенә 1-2 тапҡыр алыштырып бәйләп торорға.

❖ Кизе-мамыҡ туҡыманан моҡсай тегеп, ҡайын япрағы тултырып, ауыртҡан урынға 1,5-2 сәғәткә бәйләп ҡуйыу ҙа шифалы. Дауаланыу курсы - 2 ай.

Ҡан баҫымы

❖ Ҡан баҫымын анар емеше (гранат) көйләй. Ҡан баҫымын нормаға килтерә һәм яман шеш күҙәнәктәренең бүленеүен әкренәйтә торған эсемлекте әҙерләү өсөн 2 балғалаҡ киптерелгән анар орлоғон 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, 20 минут төнәтергә һәм өс өлөшкә бүлеп, көнө буйы эсеп бөтөргә.

Көҙән йыйырыу

❖ Аяҡ өҫтө оҙаҡ эшләүселәрҙә йыш осрай. Һыу ингәндә лә һаҡ булырға кәрәк, шуға үҙең менән һәр ваҡыт булавка йөрөтөү яҡшы. Көҙән йыйыра башлау менән шул урынға булавканың осо менән сәнсергә кәрәк, ул һине бәләнән ҡотҡарасаҡ. Был сирҙе булдырмау өсөн массаж яһарға, тәнде йылытыу кәрәк.

Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас