ҠЫРҠЪЯПРАҠ, ҠЫРҠҠОЛАС, ҠАРАБАШ. (Кровохлебка лекарственная )

Халҡыбыҙ, борон борондан был  шифалы үләнде  йыйып файҙаһын күргән . Хәҙер инде был матур үлән,  онотолоп, ихтибарҙан ситтә ҡалып бара. Төрлө ерҙә төрлөсә атала, ҡайһы бер яҡтарҙа  ҡарабаш тиҙәр.

ҠЫРҠЪЯПРАҠ, ҠЫРҠҠОЛАС, ҠАРАБАШ. (Кровохлебка лекарственная )ҠЫРҠЪЯПРАҠ, ҠЫРҠҠОЛАС, ҠАРАБАШ. (Кровохлебка лекарственная )
ҠЫРҠЪЯПРАҠ, ҠЫРҠҠОЛАС, ҠАРАБАШ. (Кровохлебка лекарственная )

Халҡыбыҙ, борон борондан был  шифалы үләнде  йыйып файҙаһын күргән . Хәҙер инде был матур үлән,  онотолоп, ихтибарҙан ситтә ҡалып бара. Төрлө ерҙә төрлөсә атала, ҡайһы бер яҡтарҙа  ҡарабаш тиҙәр.
Рауза сәскәләре ғайләһенән булған был күп йыллыҡ үҫемлек, Башҡортостаныбыҙҙың һәр районында тейерлек үҫә. Июнь - июль айҙарында сәскә ата. 
  Бер нисә айлыҡ сабыйҙарыма, эстәре киткән саҡта, орлоҡтарының төнәтмәһен бирә торғайным. Ҡайҙан белеп тотонғанмындыр, хәтерләмәйем. Ә интернет киңлектәрендә, орлоғоноң файҙаһы тураһында мәғлүмәт тапманым. Шуғала, дарыу булараҡ, орлоғон берәүгәлә тәҡдим итә алмайым. 
Тамырын сентябрь айында, иртәнсәк, тулған айҙың тәүге көндәрендә йыйып киптереү хәйерле. Тимер әйбергә тигеҙмәй киптереү ҡағиҙәһендә оноторға ярамай. 
Тамырында 20% тиклем дубиль, һәм башҡа файҙалы матдәләр бар. 
Ашҡаҙан - эсәк ауырыуҙарынан бигерәктә ышаныслы дауа. Бактерецид булараҡ, дизентерия, брюшной тиф, кишечная палочка һәм башҡа төрлө микробтарҙы үлтереү көсөнә эйә. Эске ағзаларҙан ҡан аҡҡанда, ҡанды туҡтатыу  өсөн шифаһын күрәләр. Ҡарабаштағы фитонцидтар, атеросклироз, йөрәк йә бронхиаль астма , оҙайлы бронхит, эсәктәрҙең атония, катар ауырыуҙары осрағында, эс күпкәндә, ангинанан  дауаланырға булышлыҡ итә. Шулай уҡ яман шеш осорағында(бигерәктә түштәге) , ҡатын ҡыҙҙар ауырыуынанда файҙаһы ҙур.
Тибет, Ҡытай медицинаһындала был үлән киң ҡулланыла. 
Элегерәк беҙҙең илдәлә был шифалы үҫемлектән, ,,сорбекс " тигән дарыу етештерелгән булған. 
Тромбофлебит, запор , ҡуйы ҡанлы кешеләргә ҡарабаш тамыры менән дауаланыу тыйыла.
1 Аш ҡалағы тамырҙы, 1 стакан һыуҙа 30 минут ҡайнатып, 4 сәғәт термоста тоторға. Көнөнә, бер аш ҡалағы, ашарҙан алда 3 - 4 тапҡыр эсергә. Балаларға сәй ҡалағы менән бирергә.
Дөрөҫ итеп киптерелгән тамырҙарҙы, биш йылға тиклем һаҡлап тотонорға була.
Еңелсә ҡыяр еҫе сыҡҡан япраҡтарын аҙыҡ түлек әҙерләгәндә, турама өсөн йыйып тотоналар

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас