Ҡиммәтле дарыуҙар ситтә торһон!

Ҡарағай бөрөһө грипп, һалҡын тейеү, йүткерү, бронхит, пневмония, ангина, тонзиллит, фарингит, ларингит, невралгия, ревматизм, подагра, дерматит, экзема, псориаз ваҡытында ҡулланыла. Нисек әҙерләргә һәм ҡулланырға һуң?

Ҡиммәтле дарыуҙар ситтә торһон!Ҡиммәтле дарыуҙар ситтә торһон!
Ҡиммәтле дарыуҙар ситтә торһон!

Ҡарағай бөрөләрен ошо осорҙа йыялар. Әҙер бөрөләрҙе еләҫ бүлмәлә 3 см ҡалынлыҡтағы туҡыма йәки ҡағыҙға йәйеп киптерәләр. Һаҡлағанда ла ошо режимды тотоу кәрәк. Ел яҡшы йөрөй торған, ҡараңғы урында ул ике йылға тиклем һаҡлана.


Ҡарағай бөрөһөнән төнәтмә:
1 аш ҡалағы бөрөгә 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, термоста 1 сәғәт төнәтергә, һуңынан һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр 1/4 стакан эсәргә. Төнәтмә әскелтем тәмгә эйә, әмма ул йүткереү һәм һалҡын тейеүҙән ҡиммәтле дарыуҙарга ҡарағанда яҡшыраҡ тәьҫир итә.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас