Һеҙгә аҙ ҡанлылыҡ янаймы?

Ошо тест ярҙамында һеҙгә аҙ ҡанлылыҡ (анемия) янау-янамауын белеп була. Ит ашайһығыҙмы? А) йыш (1), Б) һирәк(4), В) юҡ тиерлек (6). Еләк емеш, йәшелсәне даими ашайһығыҙмы? А) көн һайын тиерлек (1), Б) йыш (3), В) һирәк (5). Ашауҙа үҙегеҙҙе сикләйһегеҙме? А) йылына ике мәртәбә (2), Б) бик йыш (6), В) бер ҡасан да (1).   Дөйөм хәлегеҙҙе нисек баһалайһығыҙ? А) бер үк кимәлдә - яҡшы (2), Б) төрлөсә (4), В) тиҙ һәм йыш арыйым (6). Бер нәмәгә тиҙ генә иғтибарығыҙҙы йүнәлтеп, башкөллө эшкә сума алаһығыҙмы? А) эйе (1), Б) һирәк һәм был минән күп көс талап итә (2), В) ауырлыҡ менән йәки тиҙ генә арыйым (6). Һөҙөмтәләр сайтта.    

Һеҙгә аҙ ҡанлылыҡ янаймы?Һеҙгә аҙ ҡанлылыҡ янаймы?
Һеҙгә аҙ ҡанлылыҡ янаймы?

 Һөҙөмтәләр:

10 мәрәйҙән кәм: организмығыҙҙа тимер күләме етерлек.

11-20 мәрәй: һеҙгә тимер етмәй, рационығыҙға иғтибар бирегеҙ. Составында тимер булған ризыҡ ҡулланығыҙ.

21 мәрәйҙән күп: һеҙҙә тимер дефициты. Тикшерелеү һәм дауаланыу өсөн кисекмәҫтән терапевтҡа күренегеҙ.

 

“Халыҡ медицинаһы кәңәштәре” китабынан алынған бер нисә кәңәш тә ярҙамға килер.

– ҡыҙыл сөгөлдөр менән кишер һуты; элеутерококк (аптека препараты). Көнөнә ике тапҡыр 20-25 тамсылап ҡабул итергә;

– 1 балғалаҡ балды ярты стакан ҡыҙыл сөгөлдөр һуты менән болғатып, ашар алдынан ярты сәғәт элек көнөнә 3 тапҡыр ҡулланырға;

– оҙайлы ваҡыт ҡыҙыл сөгөлдөр, кишер, ҡара торма һутын (1:1:1) 2 ҡалаҡ эсергә;

– көн һайын иртәнсәк ас ҡарынға ҡырғыстан үткәрелгән 100 грамм кишерҙе ҡаймаҡ йәки үҫемлек майына болғап ашарға;

– көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан 20 минут алда 1-әр ҡалаҡ юл япрағы үләне һутын ҡабул итергә;

– тигеҙ күләмдә кесерткән һәм ҡайын япрағы алып болғатырға һәм 2 ҡалаҡ ошо ҡатнашманы 300 мл ҡайнар һыу менән 3 сәғәт төнәтеп, һөҙөргә. Тәүлек буйына 3-4 өлөшкә бүлеп эсергә. Дауаланыу курсы - 3-4 аҙна;

– 400 грамм сифатлы шоколадты ҡырырға, һөҙгөс аша үткәрергә һәм уға шәкәр менән туҡылған йомортҡа һарыһы һәм алма ҡушылған иретелгән май өҫтәргә. Болғатырға, һыуытырға. Килеп сыҡҡан ҡушылманы икмәккә һылап, көнөнә 3-4 мәртәбә ҡайнар һөткә ҡушып ашарға.

 

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас