Был дауалау сараһы Боронғо Мысырҙа ла билдәле булған

Англияла хатта ҡышҡа алдан әҙерләп тә ҡуялар

Был дауалау сараһы Боронғо Мысырҙа ла билдәле булғанБыл дауалау сараһы Боронғо Мысырҙа ла билдәле булған
Был дауалау сараһы Боронғо Мысырҙа ла билдәле булған

Һарымһаҡлы балды сирләгән саҡта ғына түгел, ауырыуҙы иҫкәртеү маҡсатында ла ҡулланалар. Был дауалау сараһы Боронғо Мысырҙа ла билдәле булған. Уны әҙерләү өсөн ни бары ике нәмә кәрәк - яңы һарымһаҡ һәм бал. Был дауаны хатта һарымһаҡ ашарға яратмаусы ла оҡшатыр, сөнки бал уға бөтөнләй икенсе тәм бирә.

Шулай итеп, һарымһаҡлы балды әҙерләгәндә ике уртаса ҙурлыҡтағы һарымһаҡ һәм 450 грамм бал кәрәк. Балды нәҡ грамлап үлсәргә, миллилитрлап түгел. Иҙелгән һарымһаҡты килегә һалып, шыйыҡ бутҡа килеп сыҡҡансы ваҡларға. Шунан ике ҡалаҡ бал өҫтәп, тағы ла төйөргә. Бер төрлө масса килеп сыҡҡас, ҡалған балды яйлап ҡушып бөтөргә. Әҙер һарымһаҡлы балды болғатып, банкаға һалырға һәм эшләнгән көнөн ҡағыҙға яҙып йәбештереп ҡуйырға кәрәк.

Был дауаны профилактика өсөн көн дә ярты балғалаҡ ашарға. Ауырыған саҡта шулай уҡ ярты балғалаҡ итеп көнөнә 3-6 тапҡыр ашарға мөмкин, һарымһаҡлы балдың үҙен генә ашаһаң да ярай. Йәки лимон һуты, алма һеркәһе тамыҙылған һыуға, һөткә ҡушып эсергә була. һарымһаҡ балы микробтарҙы үлтерә, шуға уның ярҙамында бал ҡортонан сағылған урындарҙы, йәрәхәттәрҙе, яраларҙы дауаларға мөмкин. Бит тиреһе боҙолғанда бер балғалаҡ һарымһаҡ балын 120 мл һыуға иҙеп һөртөргә була.

һарымһаҡ балы һәр ваҡыт өлкәндәрҙе дауалау өсөн ҡулланылған. Балалар һыуыҡ тейҙереп сирләгән осраҡта ғына табандарын ыуғандар, һарымһаҡ балын даими рәүештә ҡулланған кешеләр уның бик күп сирҙәрҙән һаҡлаусы дауа булыуын яҡшы белә, Англияла хатта ҡышҡа алдан әҙерләп тә ҡуялар.

"Киске Өфө"нән.

БЫЛ МӘҠӘЛӘ ДӨЙӨМ МӘҒЛҮМӘТ ӨСӨН ТӘҒӘЙЕНЛӘНӘ ҺӘМ МЕДИЦИНА БЕЛГЕСТӘРЕ КӘҢӘШТӘРЕН АЛМАШТЫРА АЛМАЙ.

 

Читайте нас