АҠСА ГӨЛӨ

Аҡса гөлө йортҡа бәрәкәт килтереүҙән тыш, төрлө сирҙәрҙән дауалай

АҠСА ГӨЛӨАҠСА ГӨЛӨ
АҠСА ГӨЛӨ

Аҡса гөлө (ҡытайҙар уны маймыл ағасы тип тә йөрөтә) иң популяр бүлмә үҫемлектәренең береһе. Ҡытайҙа хатта шундай һынамыш та йөрөй: "Әгәр ҙә етеш тормошта йәшәгең килһә, маймыл ағасы төбөнә тәңкә һал, шул осраҡта өйгә һәр ваҡыт аҡса килер".

Күптәрҙең тәҙрә төбөндә үҫкән аҡса гөлө ар­тыҡ ҡарау талап итмәй. Был гөл ҡояш төшөп то­роуын ярата, әммә йәйге осорға уны ҡараңғыраҡ урынға ҡуйыу хәйерле. Һыуҙы ла күп ҡойорға кәрәкмәй, эҫе көндәрҙә дүрт көнгә бер тапҡыр, ҡышҡыһын аҙнаһына берҙе һибергә. Бүлмәлә үҫкән аҡса гөлө һирәк булһа ла аҡ ҡына, йондоҙ­ҙарға оҡшаш сәскә ата.

Аҡса гөлө йортҡа бәрәкәт килтереүҙән тыш, төрлө сирҙәрҙән дауалай. Уның япраҡтарын ҡы­сыныуҙы баҫыу, микробтарҙы үлтереү, яраларҙы йүнәлтеү ниәтендә ҡулланалар. Был йәһәттән аҡ­са гөлөн юл япрағына тиңләргә була.

Ангина, миндаль биҙҙәрҙең шеше, фарингит менән ауырығанда көнөнә өс тапҡыр аҡса гөлө­нөң бер генә япрағын сәйнәргә кәрәк.

Быуын шеше менән яфаланғанда аҡса гөлөнөң һуты менән быуындарҙы ыуырға була.

Нефрит, пиелонефрит ауырыуҙарын дауалау өсөн бер стакан ҡайнар һыуға бер балғалаҡ гөл япраҡтарын ваҡлап һалып, 10 минут әкрен утта ҡайнатып, бер сәғәт төнәтергә. Шунан һөҙөп, ҡайнаған һыу өҫтәп ҡойорға (башта булған кү­ләмгә тиклем). Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашарҙан егерме минут алда берәр ҡалаҡ эсергә.

Тән янған осраҡта яра өҫтөнә гөлдөң япрағын ҡырҡып бәйләргә, кипкән һайын алмаштырып торорға.

Һағыҙаҡ, бал ҡорто саҡҡанда йә серәкәй теш­ләгәндә аҡса гөлөнөң һуты менән һыҙлаған һәм ҡысыған урынды еүешләтергә кәрәк. Бөтмәгән осраҡта ҡабаттан һөртөргә.

Һеңер тартылғанда, аяҡ-ҡулығыҙҙы бәреп ау­ырттырғанда сепрәкте гөл япраҡтарының һуты менән еүешләп, имгәнгән урынға ҡаплап, өҫтө­нән полиэтилен ябып, бинт менән бәйләп ҡуй­ырға. Өс сәғәт тирәһе тоторға, көнөнә өс тапҡыр алмаштырып торорға.

Тырнаҡ тирегә инеп үҫһә, аҡса гөлө япрағын уртаға ҡырҡып, ауыртҡан урынды ҡаплап, поли­этилен ябып, пластырь менән йәбештереп ҡуй­ырға. Япраҡ кипкән һайын алмаштырып торор­ға.

"Киске Өфө"нән

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас