Бөтә яңылыҡтар

Һаҡ булайыҡ, талпан һунарға сыға!

Тәбиғәт ҡосағында күңелле лә ул, тик...

Һаҡ булайыҡ, талпан һунарға сыға!
Һаҡ булайыҡ, талпан һунарға сыға!

Ҡар йылдам ирей, көндәр йылына, оҙаҡламай халыҡ күпләп тәбиғәткә сыға башлай. Тик унда  талпан энцефалиты һәм геморрагик биҙгәк кеүек етди ауырыуҙар эләктереү хәүефе юғары булыуын онотмағыҙ! "Геморрагик биҙгәк – вируслы ауырыу. Уның менән баҡсаларҙы һәм йорт тирәһен йыйыштырғанда, тәбиғәт ҡосағында булғанда зарарланырға мөмкин”, – ти    һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова.  Ағастарҙа япраҡ ярып, үлән сыға башлау менән талпан энцефалиты менән зараланыу хәүефе лә арта.  Уға ҡаршы  һөҙөмтәле көрәшеү сараһы булып  прививка эшләтеү тора. Уның хаҡы ололарға  1200 һумдан алып, балаларға 2000 һумға тиклем тәшкил итә.      “Роспотребнадзор» идаралығы хәбәр итеүенсә, былтыр талпан энцефалиты менән 16 кешенең зарарланыу осрағы теркәлгән, ә 2020 йылда был һан 14 булған.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: