Бөтә яңылыҡтар

Булмышы менән табип

Табип анты биреп кенә бурысын үтәмәй, һәләте Хоҙайҙан бирелгән. Был һүҙҙәр үҙ эшен яҡшы белгән, көн һәм төнгә ҡарамай, ярҙамға әҙер торған, һайлаған һөнәренә ғүмере буйына тоғро хеҙмәт иткән Һаҡмар ауылы табиплыҡ амбулаторияһында участка педиатры Ибраһимова Миңлегөл Кәлимулла ҡыҙы хаҡында. Тулы мәҡәлә менән сайтта һәм гәзит битендә танышырһығыҙ.

Миңлегөл Кәлимулла ҡыҙы сығышы менән Байыш ауылынан. Өс ҡыҙ тәрбиәләнгән ғаиләлә ул – иң өлкәне. Атаһы физика уҡытыусыһы, ә әсәһе мәктәп китапханасыһы булып, Байыштан Ҡаҫмарт (Иҙелбәк) урта мәктәбенә йөрөп эшләйҙәр.  Миңлегөл Кәлимулла ҡыҙы ла ошо мәктәптә белем ала.

Бала сағынан табип булырға хыяллана ул һәм мәктәпте уңышлы тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина иститутына уҡырға инә. Студент йылдарында мөхәббәтен осрата, ауыл хужалығы институтында уҡыған Зәкир исемле егет менән танышып, йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләй. Диплом алғас, йәш ғаилә Сибайға юллана.  Миңлегөл Кәлимулла ҡыҙы интернатураны Сибай ҡалаһында тамамлай ҙа, хеҙмәт юлын Баймаҡ районында башлай.

Ҡайҙа эшләһә лә ихтирамға лайыҡ, яратҡан медицина хеҙмәткәренә әүерелә. Инде ул ҙур тәжрибә туплаған, үҙ эшенең бар нескәлектәрен яҡшы белгән табип. 1997 йылдан алып бөгөнгәсә беҙҙең районда, Һаҡмар табиплыҡ амбулаторияһында алыштырғыһыҙ педиатр. Уның ҡарамағында биш ауыл биләмәһенең 19 ауылы, 18 йәшкә тиклемге 866 бала иҫәпләнә. Көн дә  балаларҙың  һаулығы һағында торған табип уларҙы дауалау өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Сабырлыҡ, наҙ, яғымлы тауыш, балаларҙы яратыу, ололарға ихтирам – ошо сифаттар уны балаларға ла, ата-әсәләргә лә яҡын итә. Ауырыған баланы ла, бәпестең сирләүенә янып-көйөп ултырған ата-әсәне лә иғтибары, шәфҡәтлелеге, мәрхәмәтлеге менән тиҙ генә тынысландыра, өмөтләндерә белеү таланты бар Миңлегөл Кәлимулла ҡыҙында.

Биләмәнең йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, мәктәп коллективы менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй ул. Ата-әсәләр менән дә эш алып бара, йыйылыштырҙы балалар һаулығын нығытыу, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү тураһында лекциялар менән сығыш яһай.  Ул ғына ла түгел эскән ғаиләләр араһында ла иҫкәртеү эше алып бара, йәш быуынды тәрбиәләүгә ҙур көс һала.

– Педиатр һөнәре яуаплылыҡ, сабырлыҡ һәм балаларҙы яратыуҙы талап итә. Тормошон был һөнәр менән бәйләргә теләгән йәштәр иң беренсе үҙҙәре сәләмәт тормош алып барырға һәм дә иң мөһиме – балаларҙы яратырға тейеш. Үҙ эшен яратҡан, эшһөйәр кеше генә педиатр була ала. Сөнки саҡырыуҙарға ла йөрөргә, дауаларға ла кәрәк. Шунһыҙ балалар табибы булып эшләү мөмкин түгел, – ти тәжрибәле табип.

Шәхси тормошона килгәндә тормош иптәше Зәкир менән бик матур, бәхетле ғүмер кисерәләр. Артур, Алик, Әлфиә исемле өс балаға ғүмер бирәләр. Әммә Миңлегөл Кәлимулла ҡыҙын ауыр тормош һынауы көтә – тормош иптәшен, бер нисә йылдан ҡыҙын да юғалта. Әсәйһеҙ ҡалған ейәнсәрҙәре Аделия һәм Эльза бөгөн уның ҡыуанысы ла, йыуанысы ла. Ә ғөмүмән ике ейәне, биш ейәнсәре бар Миңлегөл Кәлимулла ҡыҙының. Улы Артур ҙа әсәһе юлын һайлаған, хирург. Алик улы нефть компанияһында инженер булып эшләй.

Кеше эше менән матур. Миңлегөл Кәлимулла ҡыҙы кеүек һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған, үҙ эшен яратып башҡарған, бәләкәй пациенттарына бер ҡасан да насар йөҙ күрһәтмәгән, изге күңелле табиптар күберәк булһын!

Рида Иҙрисова.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: