Бөтә яңылыҡтар

Тонометрың төҙөкмө?

Был көндө илебеҙҙең бөтә төбәктәрендә лә Росстандарттың Бөтә донъя сәләмәтлек көнө уңайынан “Будь уверен! Будь здоров!” Бөтә Рәсәй акцияһы үтә.

Беҙҙең республикала был акция Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта үтәсәк. Акция сиктәрендә теләгән һәр кем үҙенең тонометрын алып килеп бушлай тикшертә ала.

Бындай сара 2018 йылдан бирле ойошторола, ошо ваҡыт арауығында 16 мең кеше тонометрын тикшерткән. Тикшерелгән тонометрҙарҙың 10 проценты дөрөҫ эшләмәгән булған.
 
 Росстандарт белгестәре билдәләүенсә, бындай акцияға старт беҙҙең Өфөлә юл алған. 2018 йылда республиканың стандартлаштырыу һәм метрология үҙәге Сәләмәтлек көнө сиктәрендә өфөлөләргә ауырлыҡ үлсәгестәрен, күҙлек линзаларын, тонометр һәм глюкометрҙарын тикшерергә алып килергә тәҡдим иткән. Ике сәғәт эсендә бөтәһе 450 прибоға диагностика эшләгәндәр. Шунан һуң эстафетаны Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә күтәреп алған.

Бөгөн тонометрҙарҙы сәғәт 9:00-дән 16:00-гә тиклем Өфөлә Ибраһимов бульвары, 82 һәм Стәрлетамаҡта Дуҫлыҡ урамы, 38 адрестары буйынса тикшереүгә алып килергә мөмкин.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: